Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы (ППМИ) Рәсәйҙә 2007 йылдан алып эшләй башланы. Башҡортостанда был проекты Урал аръяғында 2014 йылда, ә республика территорияһында, шул иҫәптән беҙҙең районда ла уҙған йылда старт алды. ППМИ - ул урындағы кимәлдә халыҡтың әүҙем ҡатнашлығы һәм финанслау ярҙамында киҫкен һәм мөһим проблемаларҙы асыҡлап уларҙы һөҙөмтәле хәл итеү механизмы.
- Һеҙ беләгеҙме, беҙ мәктәбебеҙҙә санузел булыуы тураһында күптән хыялландыҡ, әммә, ғәҙәттәгесә, барыһыла шул финанс мәсьәләһенә барып төртөлә ине. Был проблема гәзит биттәрендә баҫтырыу өсөн түгел, әммә беҙгә һәм балаларыбыҙ өсөн ул башҡа мәсьәләләргә ҡарағанда ла мөһимерәк, - ти Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, икенсе класс уҡыусыһы әсәһе Гөлнара Ҡотлошина. - Шуға ла директор Зимфира Сәмерхан ҡыҙы был проблеманы әлеге республика программаһы ярҙамында хәл итеү мөмкинлеге тураһында иғлан иткәс, беҙ ошо хәбәрҙе ата-әсәләргә лә, ауылдаштарға ла, барыһына ла еткерергә тырыштыҡ. Һәм был программаға инеүебеҙҙе әйтһәләр ҙә тәүҙә ышанманыҡ. Әммә, барыбыҙҙың да бәхетенә күрә был эш килеп сыҡты. Уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, тип әйтергә мөмкин.
- Проблема тураһында әйтеүе генә аҙ, уның көнүҙәклеген иҫбатларға кәрәк, кешеләрҙең финанслауға теләге булырға тейеш, шулай уҡ бағыусылар табырға һәм уны республика программаһына индереүҙәренә ирешергә кәрәк, - тип дауам итә директор Зимфира Ҡотлошина. - Һәм беҙ быға ирештек! Хәтһеҙ сумма бүлгән яҡташыбыҙ Юрис Арыҫланғоловҡа, урындағы фермерҙарға (улар 14 кеше тирәһе) һәм айырыуса бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Сәйфулла Заһиҙуллинға һәм Марат Булатовҡа, уҡытыусыларға, ауыл халҡына, урындағы бюджетҡа, ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошинға ҙур рәхмәтлебеҙ. Берҙәм тырышлыҡ менән 350 мең һум аҡса йыйылды. 900 мең һумдан ҡалған 550 мең һумын республика бүлде.
Бына шулай бергәләп ҙур һәм әһәмиәтле, изге эш эшләнде. Ул ғына ла түгел. Бынан тыш, санузелдарҙа (хәҙер улар өсәү - малайҙар, ҡыҙҙар, хеҙмәткәрҙәр өсөн) яңы быяла пакеттар ҡуйылды. Ашханала, спорт залында, коридорҙа, оҫтаханаларҙа, кабинеттарҙа электр сым үткәргестәрҙе алмаштырҙылар. Ун кабинеттан тыш, уларҙа район мәғариф бүлеге ярҙамы менән элегерәк алмаштырғайнылар. Мәктәптә йылы һыу ҙа бар.
- Уҡыусылар араһында ла сирләүселәр һаны кәмене, - ти уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Ҡотлошина. - Беҙҙең мәктәптә 90 бала уҡый, шуларҙан 42һе - башланғыс кластар уҡыусылары. Уларҙың барыһын да ҡарап өлгөрөп булмай бит. Ҡыш көнө өҫтәренә лә, баштарына ла кеймәй тышҡа һыуыҡҡа сығып йөгөргән саҡтары ла булды, ә бәҙрәф алыҫта урынлашҡан. Һөҙөмтәлә һалҡын тейереп ауырыйҙар ине... Хәҙер яңы тәҙрәләр һәм ашханаға инә торған төкәтмә тураһында хыялланабыҙ. Ашханаға урам аша инеп була.
Иҫке Ҡалҡаш ауылы һәм башҡа ауыл биләмәләре халҡы өсөн ҡыуанырға ғына ҡала. Сөнки 2016 йылда әлеге республика программаһы буйынса уларҙың туғыҙында ауыл халҡының проблемалары хәл ителгән, барлығы 4 млн. 790 мең һум дөйөм суммаға изге эштәр башҡарылған (шул иҫәптән 2 млн. 988 мең һум - республика бюджетынан, әйткәндәй 62,4%). Шуларҙан иң ҙур суммаға - бер миллион һумға, Йәшергән ауыл биләмәһендә. Унда Йәшергән ауылы зыяраты кәртәләре алмаштырылған. Ямғырсы һәм Һарайҫа ауыл биләмәләрендә шулай уҡ мәктәптәрҙә санузел үткәрелгән. Ямғырсы ауылында 400 мең һумға, Йәлембәт ауылында - 340 мең һумға. Тәтер-Арыҫлан һәм Ҡарағош ауылдарында 500 мең һум һәм тиңдәшле рәүештә 700 мең һумға ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтлаған. Урындағы инициативаларға ярҙам программаһына индерелгән өс - Баҡый, Күндерәк һәм Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәләрендә лә талаптарға ярашлы барыһы ла эшләнгән. Кәрәкле документтар тапшырылған, аҡса бүленгән, әммә, эште аҙағынаса еткерер өсөн... уңайлы һауа шарттары ғына кәрәк. Баҡый ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡыйығын ябыу, Күндерәк ауылында - мәктәп алдында балалар майҙансығы (ул һатып алынған да инде) өсөн ҡорамалдар урынлаштырыу, шулай уҡ Йомағужа ауылында 1,3 км оҙонлоғонда Урман һәм Баҫыу урамдарында автомобиль юлдарын ремонтлау өсөн.
Программаны тормошҡа ашырыр өсөн иңдәрендә ятҡан шаҡтай ҙур эш - аңлатыу эштәре алып барған, документтар йыйған район хакимиәте хеҙмәттәренең, ауыл биләмәләре башлыҡтарының, активистарҙың күп көс һалыуын билдәләп үтергә кәрәк.