Йәмғиәт
31 Декабря 2020, 21:00

Эш, уҡыу һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тураһында

Рәсәй белем биреү учреждениеларына ҡыйынлыҡ менән индерелгән мәғариф тураһындағы законды ҡабаттан үҙгәрттеләр. Был юлы ла ошо документҡа индерелгән төҙәтмәләр тәүгеһе һәм һуңғыһы түгел, закон «дөйөм» һәм «һөнәри белем алыу» төшөнсәләрен аныҡ айырҙы.
«Дөйөм» - түләүһеҙ тигәнде аңлата һәм үҙ эсенә мәктәпкәсә, башланғыс, төп, урта белем биреүҙе индерә. «Һөнәри» - ул бакалавриат (юғары), магистратура, аспирантура. Рәсәйҙә өҙлөкһөҙ белем алыуға һәр бала хоҡуҡлы. Ә педагогтар биш йылға бер квалификация комиссияһы алдында һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш. Үҙгәрештәр 2017 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.
2017 йылдан бөтә ерҙә лә электрон төрҙә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын бирә башлайҙар. Бындай эшкә яраҡһыҙлыҡ биттәре ҡағыҙ бите кеүек бер тигеҙ. Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары автоматлаштырылған информация системаһы ярҙамында тултырыла, быға вәкәләтле шәхес ҡултамғаһы ҡуйыла. Һәр осраҡта ла сирләү файҙаһыҙ буласаҡ, айырыуса хеҙмәт стажы аҙ булғандарға.
Яңы йылда хеҙмәт ҡануниәтендә лә үҙгәрештәр көтөлә: ил төбәктәрендә минималь эш хаҡы күләме (МРОТ) һәм уның йәшәү минимумына бәйләнеше үҙәгәрә, шулай уҡ РФ Хеҙмәт кодексын боҙған өсөн санкциялар үҙ көсөнә инә.
Рәсәй Федерацияһына артабан эшкә урынлашыу маҡсаты менән килеүсе сит ил кешеләренә 2017 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй тарихын һәм рус телен һәйбәт белеү һәм документтар алыу өсөн 1000 һум күләмендә дәүләт пошлинаһын түләү мотлаҡ. Шулай уҡ сараларҙың 80 проценты субъект бюджетына, 20 проценты - дәүләт бюджетына йүнәлтеләсәк.

Читайте нас