Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 20:40

Иғтибар: талаптар тағы ла ҡәтғиләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус сиренең таралыу хәүефен кәметеү буйынса өҫтәмә сараларҙы раҫланы.

Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер йәмәғәт урындарында, йәмәғәт транспортында, таксиҙа йөрөгәндә мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Документ ял көндәрендә эшмәкәрлеген дауам итеүгә рөхсәт булған предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы өлгөләге пропуск йәки белешмә ҡағыҙы биреү тәртибен регламентлай. Эш биреүселәрҙең әүәлге белешмәләре һәм пропусктары 20 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ғәмәлдән сыға.
Республикала эшен дауам иткән ойошмалар исемлеге менән doroga02.ru сайтында танышырға мөмкин.
Машинала аҙнаһына ике тапҡыр иң күбе 90 минут юл йөрөү рөхсәт ителә. Баҡсаға, шулай уҡ һунарға бер тапҡыр ғына барырға була.
Сит илдәрҙән, Мәскәүҙән һәм коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булған башҡа төбәктәрҙән килгән граждандарға килгәндә, уларҙы өйҙә, обсерваторҙа йәки стационарҙа изоляциялау һәм күҙәтеү тураһындағы ҡарарҙы оператив штаб ҡабул итә.
Фото: glavarb.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: