Стэрлебаш шишмэлере
+20 °С
Дождь
Йәмғиәт
12 Января 2020, 11:23
Төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙы артынан йөрөргә тура килмәйәсәк
Кемдәр йорт төҙөү менән мәшғүл, улар төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙын юллауҙың ни икәнен бик яҡшы аңлай. Уның артынан әллә күпме йөрөргә тура килә. Әммә хәҙер был процедура ла күпкә ябайлаштырылды, сөнки Башҡортостан халҡына төҙөлөш өсөн рөхсәтте электрон вариантта алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Был хаҡта Информацион технологиялар буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Комитет башлығы хәбәр итеүенсә, документтарҙы электрон вариантта әҙерләү –эшҡыуарлыҡ процедураларын ябайлаштырыуҙың, төбәккә инвестиция йәлеп итеүҙең айырылмаҫ бер өлөшө булып тора. Өҫтәүенә, бындай мөрәжәғәттәр буйынса кире ҡағыуҙар ҙа кәмегән, ғаризаны ҡарау ваҡыты ла ҡыҫҡарған.
Республиканың 47 районында төҙөлөш өсөн рөхсәт электрон вариантта тапшырыла башлаған. 2021 йылда электрон рәүештә төҙөлөш өсөн рөхсәт алыу 70 процентҡа етергә тейеш, тип күҙаллана.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/T--l-sh-s-n-r-hs-t-a-i-i-artinan-y-r-rg-tura-kilm-y-s-k-69648/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"