Стэрлебаш шишмэлере
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
12 Января 2020, 11:19
Гуцериевтан һәләтле 12 балаға – фатир!
Рәсәй олигархы, меценат, «Сафмар» мәрхәмәтлелек фонды етәксеһе Михаил Гуцериев НТВ каналында барған «Ты – супер!» телешоуы финалистарына улар йәшәгән ҡалаларҙа 12 фатир бүләк иткән.
Конкурста ата- әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып, уларҙы опекунға алған ғаиләләрҙә , балалар йорттарында, приюттарҙа тәрбиәләнгән һәләтле балалар ҡатнашҡайны. Беренсе булып Анастасия Симоганова торлаҡлы булды. Ҡыҙ фатирҙың тулыһынса ремонтланыуына, бөтә мебель, техника менән йыһазландылыуына хайран ҡалған. Өҫтәүенә, пианиноға ла урын ҡалдырылған.
Башҡа финалистарға әле йорттар төҙөлә генә.
Былтыр композитор Игорь Крутой еңеүсегә фатир бүләк иткәне.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Gutserievtan--l-tle-12-bala-a--fatir-69731/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"