Йәмғиәт
11 Января 2020, 07:58

"Әйтеүе генә анһат – бер быуаттан ашыу ғүмер!"

тип беҙгә Сәлимә Ғафарова-Байгилдина әйтте һәм Петропавловка ауылында йәшәүсе Хәйерниса Такаеваға 10 ғинуарҙа 104 йәш тулды тип хәбәр итте.

- Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә тип һораған булабыҙ, төрлө дәлилдәр килтереп иҫбатларға тырышабыҙ, шуны ашарға ярай, быны ярамай, тип аңлатырға тырышабыҙ. Берәүҙәр иһә кешеләргә, яҡын - тирәңә шундай - шундай мөнәсәбәттә булһаң, холҡоң былай булһа, экология һәйбәт булһа оҙаҡ йәшәйһең, тиҙәр һәм башҡалар. Бер Хоҙай беләлер оҙаҡ йәшәү серен, тип ҡуям ошондай осрашыуҙарҙан һуң.
Хәйбулла районының экологик яҡтан иң хәүефле төбәктәрҙән һаналған, Юбилей карьеры урынлашҡан Петропавловка ауылында йәшәүсе Хәйерниса Такаеваға 10 ғинуарҙа 104 йәш тулды.
Ошо уңайҙан район ветерандар Советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Рәүфә Арыҫлановалар менән йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлап ҡайттыҡ (алдан йүгереп шуны ла әйтеп ҡуяйым, ошо уҡ төбәктә - Өфө ауылында йәшәүсе ил инәһе Евдокия Жиляковаға мартта 106 йәш тула).
Хәйерниса инәй ауылдаштарынан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ауыл әбейе. Бала сағы, үҫмер йылдары аслы-туҡлы осорға тура килгән. Тиҫтерҙәре менән ҡара эшкә егелеп үҫкән, артабан да уны яҙмыш артыҡ иркәләтмәгән.
Башҡорт әбейҙәренә хас ҡаҡса һынлы, сабыр ҡарашлы, тыйнаҡ ҡына был ил инәһе бөгөн 64 йәшлек төпсөк улы Шәфҡәт, 60 йәшлек килене Венераның тәрбиәһендә матур ғүмер кисерә. Күҙе лә яҡшы күрә, ҡолағы ла ишетә, өй эсендә таяҡһыҙ-ниһеҙ йөрөй. Әйткәндәй, әле булһа мунсаны яңғыҙы инә.
“Беҙ уны тышта көтөп тороп алып ҡына ҡайтабыҙ”,- ти 40 йыл бергә ғүмер итеүсе килене Венера.
“ Минең оҙаҡ йәшәгән йылдарымды иҫләп, хөрмәтләп килгәнегеҙгә ҙур рәхмәт, Хоҙай һеҙгә лә оҙон ғүмер, бәхетле яҙмыш насип итһен!”- тип матур теләктәрен теләп ултыра Хәйерниса инәй.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, йөҙйәшәр инәйгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. 105 йәшлек юбилейы ҡаршыларға ла насип булһын уға!
Фото: автор
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите.
Читайте нас