Йәмғиәт
9 Января 2020, 20:00

Әсәләрҙе данланылар

Дүртөйлө ҡалаһында Әсә көнөнә арналған «Ҡатын-ҡыҙ – хеҙмәтсән. Ҡатын-ҡыҙ – Әсә» зона форумы үтте. Уны Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Бөтә Рәсәй йәмғиәт-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге менән район хакимиәте ойошторғайны. Сараға Дүртөйлөгә яҡын ятҡан 30 райондан әүҙем ҡатындар, күп балалы әсәләр ҡунаҡҡа саҡырылды.

Йыйын башланыр алдынан танылған гросс­мейстер, халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының төбәк бүлеге етәксеһе Рәшиҙә Солтанова, форумды асып, үҙ исемен атарға теләмәгән эшҡыуарҙың Ғафури районында ауыр шарттарҙа көн иткән биш балалы ғаиләгә Туймазы районындағы бер ауылдан 180 квадрат метрлыҡ яңы өй бүләк итеүе тураһында әйтте һәм сертификат тапшырҙы. Был изгелекте эшләгән уҙаман үҙе өс бала атаһы. Өйгә яман ғәҙәттәрҙән алыҫ торған күп балалы ғаилә күсергә тейеш, тигән шарт ҡуйған була ул. Ике бүлмәле иҫке генә фатирҙа йәшәгән Хәкимовтарға йылмайҙы был бәхет.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хәләл ефете Каринэ Хәбированың 100 йәшен тултырған Суфия Ҡазыханованы тәбрикләүе үҙе бер тулҡынландырғыс мәл булды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова сығышында ғаиләгә ярҙам итерлек бик күп программалар булыуы хаҡында һөйләне.
Дүртөйлө районында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙе лә күреп ҡыуандыҡ. Первушиндар – 9, Мартышиндар – 10, Янбаевтар – 7, Камаевтар 8 бала үҫтерә. «Пышка» компаниялар төркөмө уларға тәмле­кәстәр әҙерләгәйне – иң ҙур торт Мартышиндар ғаиләһенә эләкте.
Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов күп балалы әсәләргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Уның ҡулынан Вера Буранбаева, Резеда Зарипова, Галина Илларионова, Зилә Сафиуллина, Рима Хәмиҙуллина, Людмила Мартышина, Гөлшат Тимашева «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл» миҙалын алып һөйөндө. Хакимиәт башлығының сәхнәнән шиғыр уҡыуы барыһының да күңеленә хуш килде.
Психолог Нина Филиппова, «Әсә бәхете: уны һаҡлау һәм арттырыу» темаһына һөйләшеүгә саҡырып, нисек ғаилә мөнәсәбәттәрен еңел ҡороу, бәхетле булыу серҙәрен асты, үткәргән күнекмәләре, күңелде балҡытып, әсәләргә үҙҙәренә икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итте.
100 йәшен тултырған Суфия Сәйфетдин ҡыҙы Ҡазыханова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
«Күҙ ҙә күрмәй, ҡолаҡ та ишетмәй инде хәҙер», – тип шаян йылмайып көлдөрөп алһа ла, Суфия апай бик теремек.
«Иң ҡыйыны Һеҙгә ниндәй үрҙәрҙе артылыу булды?» – тигән һорауыма ул бик күп ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килеүен, заманы шулай булыуын билдәләп үтте. «Әммә беҙ бирешмәнек – эшләнек. Һыйыр ҙа һауҙым, иген дә иктем, бесәнен дә саптым. Башҡорт телендә уҡыным, мәктәптә белем алдым. Әле һәйбәт кенә ғүмер кисәбеҙ, балалар ярҙам итеп тора. Хөкүмәт пинсийә бирә. Өйөбөҙ йылы, рәхәт, ошонан да ҙур ниндәй бәхет булыуы мөмкин?!» – тине ул.
Суфия Сәйфетдин ҡыҙы Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылында тормош иптәше Сафуан менән 72 йыл татыу ғүмер итә. Алты бала үҫтергәндәр: бер ҡыҙ, алты ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер малайҙары мәрхүм булып ҡалған. Ире үҙенән йәшерәк, 1925 йылғы. «Тормош иптәшем һәйбәт. Әле һаман бергә көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятабыҙ, эште бергәләп башҡарабыҙ, аш-һыуҙы ла хатта бергәләп әҙерләйбеҙ. Алма һәм йәшелсә баҡсабыҙ бар. Өҫтәлдәге ризығыбыҙ – шунан. Балаларыбыҙ беҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы», – ти йөҙйәшәр инәй.
Нимә тураһында хыялланаһығыҙ, тигән һорауыма ул: «Ил тыныс булһын, балаларыбыҙ иҫән-һау йәшәһен, Хөкүмәт хәстәренән өҙмәһен», – тип теләне. Каринэ Владимировнаға ул үҙе бәйләгән ойоҡ бүләк итте. Зал йөҙйәшәр ил инәһен аяғүрә баҫып алҡышланы. Ысын-ысынында бәхет шулдыр – 100 йәштә лә үҙең үҙеңде ҡарап, ҡушағаң менән сөкөрләшеп донъя көтөү, балаларға фатиха биреп, терәк булып ултырыу, тип уйлағандыр һәр гүзәл зат, ошо матур күренештән рухланып.
Дүртөйлө ере таланттарға, көслө рухлы шәхестәргә бай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, халыҡ артисы Фидан Ғафаровты үҫтергән төбәк ул. Халҡына юғары рух, еренә бәрәкәт теләп хушлаштыҡ беҙ был изге төйәк менән.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Читайте нас