Йәмғиәт
9 Января 2020, 12:21

Һыу ятҡылыҡтары буйлап рейдтар үтә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һыу ятҡылыҡтары буйлап рейдттар уҙғара. Тикшереү эше быйыл ҡыш йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы йоҡа булыуы менән бәйле.

Мәҫәлән, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһында ул 20 сантиметрға етә, ләкин йылға уртаһында ни бары 8 сантиметр. Боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаған осраҡта ғына ул кеше өсөн хәүефһеҙ һанала.

2020 йылдың тәүге көндәрендә һыу ятҡылыҡтарында фажиғәләр теркәлмәгән. Ҡотҡарыусылар һаҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.

Фото: Башинформ

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/iu-yat-ili-tari-buylap-reydtar-t-67648/

Читайте нас