Йәмғиәт
9 Января 2020, 07:54

Тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана

Өфөлә Яңы йыл байрамы һәм каникулы уҙыу менән бер үк күренешкә тап булаһың: урамда ташландыҡ шыршылар ята. Байрамдан һуң улар, тәбиғи, бер кемгә лә кәрәкмәй. Етмәһә, энәләре ҡойола ла башлаған.

- Күп кенә шыршы һатыусылар намыҫһыҙ булып сыҡты, – тип яҙалар социаль селтәрҙә. – Улар был ағасты ҡайҙа етте шунда ташдап ҡалдырған һәм хәҙер хужаларын табыуы ла мөмкин түгел.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә 11 ғинуарҙан һуң баайрамда файҙаланылған йәки урамда һатылмаҡ ҡалған шыршыларҙы утилгә тапшырыу мөмкинлеге бар. Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн Өфөлә генә лә 24 майҙансыҡ эшләй.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас