Йәмғиәт
9 Января 2020, 13:23

Етемдәр өйлө булды

Өфө районы Йоматау ҡасабаһында етемдәр һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаилә яңы йорттан фатир алып һөйөндө.

«Торлаҡ төҙөлөшө фонды» төҙөгән дүрт ҡатлы йорт 2019 йылдың ноябрендә файҙаланыуға индерелә. Өй хужаларына асҡыстарҙы Яңы йыл алдынан тантаналы рәүештә тапшырҙылар. Яңы йылды улар яңы йортта ҡаршыланы.

Фото:Башинформ.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Etemd-r-yl-buldi-67736/
Читайте нас