“Ғәҙеллек юҡ...” Һүҙ юҡ, тормош ҡатмарлы, һәм ул берәүгә лә яңылыҡ түгел. Тик ул турала ҡысҡырып әйтәһегеҙ икән, тимәк, унан күберәкте өмөт иткәнһегеҙ, ти психолог. Хеҙмәттәштәрегеҙгә бер ҡатлы һәм тәжрибәһеҙ булып күренерһегеҙ.
“Беҙ гел шулай эшләнек”. Тиҙ үҫешкән заманда был һүҙҙәр иҫкереп ҡалғандай. Уны әйткән кеше лә үҙенең ялҡаулығын һәм яңылыҡты ҡабул итергә әҙер түгеллеген күрһәтә.
“Проблема түгел”. Кемдеңдер рәхмәт һүҙҙәренә шулай тип яуап бирһәгеҙ, тимәк, һеҙгә уны эшләү мәшәҡәт булып күренгән, өҫтәүенә ул кеше үҙен һеҙгә бурыслы итеп тойор. Уның урынына “Һәр саҡ мөрәжәғәт итегеҙ” тиһәгеҙ, әйтерегеҙҙең мәғәнәһе үҙгәрмәй, ә кешегә икенсе төрлө тәьҫир итәсәк.
“Бәлки, ярамаған һүҙ әйтермен, әммә...” Тәҡдим итәсәк фекерегеҙҙе ошолай башлаһағыҙ, унда үҙегеҙгә ышанмауығыҙ сағылыр, бүтәндәр ҙә эштең килеп сығырына шикләнер. “Моғайын, иҫәр һорау бирәмдер”, “Ғәжәп тойолор, әммә...” тип һүҙ башларға ярамай икән.
“Был бер минут ваҡытты алыр” тигән һөйләм хеҙмәтегеҙҙең бәҫен төшөрә.
“Яҡшы, эшләп ҡарармын”. “Тырышырмын”, “уйлармын”, “ҡарармын” тип вәғәҙә биреү яуаплылыҡтан ҡасыуға тиң. Ул һүҙҙәр кешенең үҙ-үҙенә ышанмауын, икеләнеүен аңғарта.
“Был эште күралмайым”. Былай тип әйтеү хеҙмәткәргә насар ҡылыҡһырлама биреп кенә ҡалмай, ә тотош коллективтың сәләмәт мөхитенә кире йоғонто яһай.
Бына шулай, психолог күҙлегенән һәр һүҙ урынлы ҡулланылырға, үҙегеҙҙә лә, бергә эшләгәндәрҙә лә тик ышаныс уятырға, артабан үҫешкә этәргес булырға тейеш.