Йәмғиәт
9 Января 2020, 06:50

Балалар пособиеһын түләүҙә үҙгәрештәр

Башҡортостандың хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған беренсе, өсөнсө һәм ҡалған балаларға айлыҡ пособиеларға түләүҙәр ике йәшәү минимумын тәшкил итә һәм бала өс йәшкә еткәнсе түләнә.

Яңы йылдан 9-10 мең һум күләмендәге түләүҙәргә күберәк ғаиләләр дәғүә итә ала. Әгәр ҙә быға тиклем беренсе балаға пособие алыр өсөн ғаиләнең килеме 14 мең, ә өс кешелек ғаиләнең килеме 42 мең һумдан артмаҫҡа тейеш булһа, ғинуар башынан был сумма 20800 һум, ә өс кешелек ғаиләнеке – 62 мең, ә күмәк бала тәрбиәләгәндәрҙеке – 100 мең һумға тиклем булыуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас