Йәмғиәт
9 Января 2020, 09:24

Алтынай Юнысова кейәүгә сыҡты!

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы хәҙер Руденко-Зор фамилияһын йөрөтәсәк.

Үҙе талантлы, үҙе матур башҡорт ҡыҙының серле егет менән төшкән фотоһын күреп, социаль селтәрҙәрҙә күптән бәхәс бара ине: кем ул, ҡайҙан, ҡасан туй? Ниһәйәт, бөгөн Алтынайҙың кейәүгә сығыуы билдәле булды. Бөгөндән башлап ул Болгария килене.

Хәҙер инде театр һөйөүселәрҙе икенсе һорау борсой: актриса театрҙа артабан эшләйәсәкме?

Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Altinay-Yunisova-key-g-si-ti-66765/
Читайте нас