Йәмғиәт
9 Января 2020, 08:05

Ғаилә ҡиммәтәрен нығытыу өсөн

Кисә Октябрьский ҡалаһында Ғаилә байрамы уҙған, ул Яңы йыл байрамдарына бағышланған.

Күңелле сарала ҡаланың 13 ғаилә пары ҡатнашҡан, етеҙ ата-әсәләргә балалары ла ҡушылған. Сағыу тамашаны ҡарарға, яҡындары һәм дуҫтары өсөн теләктәшлек белдерергә йөҙҙән ашыу кеше килгән.
Бәйге рухы барыһын да сәмләндереп ебәргән: ата-әсәләр төрлө спорт ярыштарында көс һынаған, сослоҡ һәм етеҙлек күрһәткән.
Һөҙөмтәләр буйынса алдынғылыҡты Кобелевтар ғаиләһе берәүгә лә бирмәгән. Уларҙың балалары ҡаланың 3-сө гимназияһында уҡый.
Икенсе урында – Шәрифуллиндар. Улар 8-се мәктәптең данын яҡлаған. Өсөнсөлә – Черепановтар (10-сы мәктәп).
Бындай саралар сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
Фотолар oktadm.ru сайтынан.
Читайте нас