Йәмғиәт
9 Января 2020, 09:15

18 Йәшкә тиклем дә өйләнешергә мөмкин буласаҡ

«РИА Новости» хәбәр итеүенсә, законға үҙгәрештәр индерелгән осраҡта йәштәр 18 йәш тулғансы уҡ өйләнешә аласаҡ.

Был закон проектын Рәсәй Дәүләт Думаһына 2021 йылдың февралендә тәҡдим итергә ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта 18 йәшкәсә өйләнешеүҙе төрлө төбәктәр үҙҙәре ҡабул иткән ҡағиҙәләр нигеҙендә генә рөхсәт итә.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа кәләштәр “ҡартайған”, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе 25-34 йәштә генә кейәүгә сыға, һигеҙ йыл элек был күрһәткес 18-24 йәш булған.

Фото: интернет

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/18-yashk-tiklem-d--yl-nesherg-m-mkin-bulasa-67416/
Читайте нас