Йәмғиәт
8 Января 2020, 07:29

Иҫке Ҡаҙансы ауылы Яңы йылды нисек ҡаршы алған?

Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында иҫтә ҡалырлыҡ сағыу байрам үтте тип хәбәр итте беҙгә Наилә ИМАЕВА:

- Уны ауыл китапханаһы янында китапханасы Гөлфинә Исламова етәкселегендә эшләп килгән клуб ағзалары, Мәмдүнә Зарипова етәкселегендәге ағинәйҙәр, ауыл Советы һәм депутаттар менән берлектә ойошторҙо. Сарала олоһо ла, кесеһе лә, хатта күрше ауылдарҙан да килеп, ҙур теләк менән ҡатнашты.
Быйыл үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек тип, ҡаҙансылар программаға халҡыбыҙҙың онотолоп барған уйындарын, йырҙарын да индергән. Йыр-бейеү, тапҡыр һүҙҙәр, ҡотлауҙар, төрлө ярыш-уйындар менән үрелеп барған сараны Мәмдүнә Зарипова менән Раушания Хажиәкбәрова күңелле итеп алып барҙы.
Байрамға килеүселәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Илдар Динисламов, район Советы депутаты, урындағы мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтов, ауыл Советы депутаттары, атайҙар советы, ағинәйҙәр, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Яңы йыл менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Бауҙан бүләк киҫеү, быйма менән хоккей уйнау, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, утын ҡырҡыу кеүек ярыштарҙа балалар ҙа, ололар ҙа әүҙем ҡатнашты. Әйткәндәй, приздарҙы күмәк көс менән йыйғандар. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың биҙәлгән атта килеп төшөүе үҙе бер сағыу тамаша булды. Шулай, күмәк көс, берҙәмлек менән ҡаҙансылар шау-гөр килеп Яңы йылды ҡаршы алды.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите.
Читайте нас