Йәмғиәт
7 Января 2020, 13:37

Ҡыйғылар ярышып балыҡ тота!

Үрге Ҡыйғы янындағы быуала балыҡсыларҙың фестиваль–конкурсы гөрләп уҙған.

Балыҡсылар Ҡыш бабай менән шыршы тирәләй ҙә әйләнгән, йырҙар ҙа йырлаған, самауыр сәйе менән дә һыйланған һәм, әлбиттә, балыҡ тотоу буйынса ярышта ла әүҙем ҡатнашҡан.
Был күңелле сараны район мәҙәниәт йорто, район хакимиәте һәм йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет ойоштороп үткәргән.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас