Йәмғиәт
7 Января 2020, 11:13

Иң матур ҡаласыҡ ҡайҙа?

Яңы йыл ҡаласыҡтарының мөғжизәүи матурлығын барып күрҙегеҙме? Быйыл беҙҙең ҡалалар айырыуса сағыу биҙәлде. Бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҙур ҡалалар миллион уттар менән балҡыны.

Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда бөтәһе 800 боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре янында 100-ҙән ашыу Яңы йыл майҙаны эшләнде. Улар ике меңдән ашыу шыршы һәм 1,5 мең самаһы арт-объект менән биҙәлде. Беренсе тапҡыр Өфөләге Ленин майҙанында бөтә донъяға билдәле Италияның яҡтылыҡ архитекторы һәм рәссам Валерио Фестиның инсталляцияһы барлыҡҡа килде.

Һуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр урман ҡупшыҡайын Совет майҙанына ла ултырттылар. Ә “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанға ҡуйылған 32 метрлыҡ яһалма пикселле шыршы беҙҙең өсөн яңылыҡ. Унда һүрәттәр ҙә ҡуйыла, музыкаһы ла бар. Был матурлыҡты күрер өсөн баш ҡалаға республика халҡы күпләп килде, күрше төбәктәрҙән дә килеүселәр байтаҡ булды.
Һәр йылдағыса республикала “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы”на конкурс иғлан ителде. Унда ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ премия өсөн көрәшәсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр ике номинацияла билдәләнәсәк: ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре.

Муниципалитеттар тәүге этапта үҙ биләмәһендәге иң матур ҡаласыҡты һайлаясаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусылар конкурс комиссияһына ғариза ебәрә, уның менән бергә Яңы йыл ҡаласыҡтары тураһында сюжет булдырып, халыҡҡа һөйләргә тейеш.

Эксперттар майҙансыҡтың биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминация ҡулланыу, шыршының биҙәлешен, скульптура композициялары, боҙ фигуралары төрлөлөгөн баһалаясаҡ. Еңеүселәр 19 ғинуарға тиклем билдәләнәсәк. Аҡсалата бүләкте муниципаль берәмек хакимиәте аласаҡ. Беренсе урын өсөн 500 мең һум, икенсе урынға – 200, өсөнсө урын өсөн 150 мең һум премия ҡаралған. Был аҡса төҙөкләндереүгә тотонолорға тейеш.

Ә бына баш ҡалала “Иң яҡшы шыршы, тау, боҙ ҡаласығы” һәм “Иң яҡшы хоккей майҙансығы” конкурсы еңеүселәре билдәләнгән дә.

Беренсе номинацияла урындар түбәндәгесә:
1 урын – Йәшел урамы, 1-се йорттағы боҙ ҡаласығы;
2 урын – Таллинн урамы, 17-се йорттағы боҙ ҡаласығы;
3 урын – Октябрь проспекты, 134-се йорттағы боҙ ҡаласығы.
Икенсе номинацияла:
1 урын – Батыр урамы, 10\1-се йорт янындағы хоккей ҡабы;
2 урын – Левитан урамы, 36\1-се йорт янындағы хоккей ҡабы;
3 урын – Октябрь проспекты, 63\1-се йорт янындағы хоккей ҡабы.

Яңы йыл байрамы өсөн Өфөнөң ихаталарында һәм йорт эргәһендәге биләмәләрҙәге 51 боҙ ҡаласығына 68 шыршы ҡуйғандар. Шулай уҡ 43 хоккей ҡабы менән 25 боҙ “пятачоктары” эшләй.

Шулай итеп, әгәр күреп өлгөрмәһәгеҙ, ваҡыт бар әле. Балаларығыҙҙы алығыҙ ҙа боҙ ҡаласығына рәхим итегеҙ!


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-matur-alasy-ay-a/
Читайте нас