Ошо көндәрҙә ветеранға 90 йәш тулды. Уны күркәм юбилейы менән ҡотларға балалары, шулай уҡ Йәшергән ауыл биләмәһе башлығы Йәүҙәт Фәтҡуллин, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Улар Таһир Ихсан улына Рәсәй президенты Владимир Путиндан Ҡотлау открыткаһы, шулай уҡ республика, район етәкселеге исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм иң изге теләктәрен белдерҙе. Үҙ сиратында ветеран килгән ҡунаҡтарға иғтибар һәм матур теләктәр өсөн ысын күңелдән рәхмәттәрен белдерҙе.