- Яңы йылды ҡаршы алыу менән, беҙҙә Самауыр байрамы үтте. Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар дәррәү самауыр ҡайнатты, тәм-том ҡуйҙы. Сарала ҡатнашыусылар үҙ самауырының тарихы менән таныштырҙы. Бында 62 йыл элек һатып алынған самауыр иң олоһо булып сыҡты.Уның хужабикәһе - В. Байрамғолова. Ә М.Язағолова, ҡәйнәһенән мираҫ булып ҡалған самауырын, киләсәктә буласаҡ килененә тапшырасаҡ. Байрамда 70-80 йәшлек инәйҙәр ҙә бик теләп ҡатнашты. Улар самауыр тураһында таҡмағын да әйтте. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө ярыштар үтте. Тәмле сәй эсеп, мәҙәниәт йорто алдын геү итеп таралыштылар, - тип хәбәр итә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рауилә Баймырҙина.
Тимерҙә студенттар менән осрашыу традицияға әйләнгән. 2 ғинуар мәктәп менән берлектә осрашыу үткән. Сара ярыш, музыкаль номерҙар, күңелле интермедиялар менән үрелеп барған. Осрашыу дискотека менән тамамланған.
Ә кисә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн "Оҫта ҡулдар" ял кисәһе үткән. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәренең серҙәре менән уртаҡлашҡан. Айһылыу Алтынбаеваның ҡул эштәре барыһын да хайран иткән. Бәйләнгән ойоҡ, кофта, шапка, күлдәк тиһеңме! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан Фәрҙиә Алтыншинаның ҡул эштәре бик матур, ти ойоштороусылар. Тамара Баймырҙина, Нәсимә Алтыншинаның да ҡул эштәре бик булған.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова