Йәмғиәт
4 Января 2020, 08:50

"Һынатмаясаҡбыҙ!"

6 ғинуарға тиклем Өфөлә саңғы буйынса Башҡортостан беренселеге – Рәсәй уҡыусылары ҡышҡы олимпиадаһының беренсе этабы үтәсәк.

Саңғының тыуған ере тип Скандинавия һанала. Бындай иң беренсе спорт ҡорамалының барлыҡҡа килеүенә – 2 мең йылдан ашыу. Ул Швециялағы саңғылар музейында һаҡлана.
Әлеге ярыштарҙа 2002-2003, 2004-2005 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ көсөн һынаясаҡ. Сарала республикалағы барлыҡ спорт мәктәптәренең тиерлек тәрбиәләнеүселәре ҡатнашасаҡ.
Был беренселек – тренерҙар өсөн республиканың йыйылма командаһын туплау өсөн дә иң ҡулайлы ысул. Уларҙың иң яҡшылары ил кимәлендәге спорт сараларында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Саңғы трассаларына килгәндә, уларҙы үтеү еңелдән түгел. Өфөләгеләр күптән бик ауыр участкалары барлығы менән дан алған. Шулай ҙа һынатмаясаҡбыҙ, һауа торошо ла яҡшы булыр, тип өмөтләнә спортсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә.
Фото: sterlitamak.bezformata.com.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/inatmayasa-bi-62872/
Читайте нас