Тәрбиәләп, ғүмере һаҡлап ҡалынған сабыйҙың ауырлығы ни бары 480 грамм! Шулай уҡ теүәл бер йыл элек табиптар 560 грамлыҡ сабыйға ғүмер бүләк иткән булған.
Баҡтиһәң, статистика буйынса, ваҡытында тыуған 14 балаға бер етлекмәгән сабый тура килә икән.
Усҡа һыйырлыҡ ҡына бәпестәрҙең дә ғүмере өсөн көрәшкән табиптарҙың хеҙмәте ҡаһарманлыҡҡа тиң.