Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса ул еңеү яуланы. Быға тиклем Ғәзиз Манапов муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары ине. Райондың элекке етәксеһе Рөстәм Шәрипов иһә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы вазифаһын рәсми үтәй башланы. Ғәзиз Миңлеәхмәт улын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һәр ваҡыт халыҡ яҡлы булып, район халҡы мәнфәғәттәре өсөн тырышып көрәшеп, намыҫлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ! Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар! Фото: "Бәйләнештә" селтәренән Рөстәм Динислам улы Бөрйән районын биш йылдан артыҡ етәкләне. Вазифаһынан китеүенең сәбәбе - икенсе эшкә күсеү. Раҫланмаған