Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2020, 21:00

Яңы йылда ниндәй яңы закондар ғәмәлгә инде?

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан яңы закондар ғәмәлгә инә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр ғаилә быйылдан башлап балалар баҡсаһы өсөн компенсация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Элек был хоҡуҡтан аҙ килемлеләр генә файҙаланды.

Депутаттарҙың фекеренсә, закон мәктәпкәсә йәштәге белем менән күберәк баланы солғап алырға ярҙам итәсәк һәм демографияға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Бөгөн шулай уҡ төп финанс закондары ғәмәлгә инде. Һүҙ 2020 йылға һәм алдағы 2021, 2022 йылдарға республика бюджеттары һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы бюджеттары тураһында бара. Республика бюджеты яңы йылға килем буйынса 204 миллиард һум күләмендә билдәләнгән, сығым буйынса – 226 миллиард һум. ”22 миллиард һум күләмендәге дефицит финанс сығанаҡтары менән тәьмин ителде, - тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. - Республика бюджеты социаль йүнәлешле. Төп средстволар белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, сәнәғәт һәм спорт тармаҡтарына йүнәлтелә”.
Бынан тыш, 1 ғинуарҙан балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото: ”Башинформ".
Автор: Дина Арсланова

Читайте нас: