Иҫке төрки теле революцияға тиклемге осорҙа башҡорттарҙа, татарҙарҙа һәм башҡа халыҡтарҙа яҙма тел иҫәпләнгән, ул шулай уҡ "Волга буйы төрки" тип тә йөрөтөлгән. Билдәле булыуынса, революцияға тиклемге архивтар, әкиәттәр һәм генеологик яҙмалар тап ошо телдә яҙылған һәм һаҡланған.
Ойоштороусылар раҫлауынса, иҫке төрки теле һәр кемгә үҙ шәжәрәһен өйрәнгәндә һәм төҙөгәндә ифрат ҙур ярҙам итәсәк.
Дәрестәрҙе Ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлексәһе етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов алып барасаҡ.
Курстарҙы асыу тантанаһында шулай уҡ Башҡортостандың крайҙы өйрәнеү ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев тә ҡатнашасаҡ.
Курстың беренсе этабында ун дәрес ҡаралған. Улар Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлексәһендә барасаҡ. ( Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 1-се ҡат). Башланыу датаһы һәм ваҡыты: 2020 йыл, 8 ғинуар, 15.00 сәғәт.