Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 17:15

«Йондоҙ»ҙар уйынында өфөләрҙән өс уйынсы ҡатнашасаҡ

Киләһе йыл Мәскәүҙә буласаҡ КХЛ-дың «йондоҙ»ҙар уйынында ҡатнашасаҡ бар уйынсылар ҙа билдәле булды.

Унда 21 клубтың 40 хоккейсыһы саҡырыу алған. «Салауат Юлаев»тан ҡапҡасы Юха Метсола һәм һөжүмселәр Никита Сошников менән Линус Умарк ҡатнашасаҡ.

18 ғинуарҙа уйынсылар башта мастер-шоуҙа ярышып, иртәгәһенә дүрт дивизиондың йыйылма командалары мини-турнирҙа көс һынашасаҡ.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yondo--ar-uyininda-f-l-r-n-s-uyinsi-atnashasa-55346/
Читайте нас: