Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 12:11

Рузиләне ҡотлайбыҙ!

Ғафури районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе уҡытыусылар Суфия менән Рәхимйән Юлыҡовтарҙың ҡыҙы Рузилә Юлыҡова "Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары" конкурсында еңеү яуланы.

Был конкурс "Башҡортостан лидерҙары" проекты сиктәрендә үтте.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиеүҙәре раҫ: Рузиләнең атаһы Рәхимйән Шакирйән улы - "Юлыҡ" урындағы үҙидара ойошмаһы етәксеһе, әсәһе Суфия апай Юлыҡ ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булып эшләп, йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй.

Рузилә лә бер нисә йыл Өфөләге "Табын" Ғафури районы йәштәре ойошмаһы етәксеһе вазифаһын уңышлы башҡарып, ихтирам яуланы, әле лә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан уңған ҡыҙ ул.

Фото: ВК-нан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ruzil-ne-otlaybi-55890/
Читайте нас в