Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 12:09

"Мәргән уҡсы"ның ун уғы!

"Мәргән уҡсы" хәрәкәтенең етәксеһе Юлай Ғәлиуллин Ҡыйғы районында традицион яндан атыу буйынса семинар үткәрҙе. Семинар Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты иҫәбенә ойошторолдо.

Проект: "Мәргән уҡсының 10 уғы" тип атала («Әүҙем республика» номинацияһы), йәғни республикабыҙҙың ун районында уҡсылар клубын ойоштороу күҙ уңында тотола.

Грант аҡсаһына уҡ һәм яндар, уҡтарҙы тотоусы ҡалҡан-изолонблоктар һатып алынған.

Семинарҙа Юлай "Мәргән уҡсы" хәрәкәте, үткәрелгән ярыш-фестивалдәр, башҡорт ирҙәренең милли кейеме тураһында һөйләгән.

Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәргәс, яндан атырға өйрәткән.

Был проект "Бөтә донъя фольклориада-2020", "Бөтә донъя апимондия-2022" сараларына әҙерлек, төрлө һабантуй, форум, фестиваль, ярыштарҙа ҡатнашырлыҡ уҡсылар әҙерләү, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә этәргес көс биреү, республикабыҙҙа туризмды үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Киләһе семинар Асҡын районында үтәсәк.

Фото: ВК-нан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/M-rg-n-u-si-ni-un-u-i-55895/
Читайте нас: