Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 17:14

Ауылда йәшәүсе 844 ғаилә өйлө булды

2019 йылда ауылда йәшәүсе 677 ғаилә «Ауыл биләмәләренең тотроҡло үҫеше» дәүләт программаһы буйынса үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алды.

Бының өсөн республика һәм федераль бюджеттан 650 млн һум аҡса бүленде.

Тағы ла 167 ғаилә төрлө кимәлдәге бюджеттан өҫтәмә берәр миллион һум аҡса алыу бәхетенә иреште.

Һөҙөмтәлә быйыл бөтәһе ауылда йәшәүсе 844 ғаилә дөйөм 816 млн һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған.

Фото: Минсельхоз РБ.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Auilda-y-sh-se-844-ail--yl-buldi-55625/
Читайте нас: