Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 13:13

Учалыла йәш инспекторҙар синыфы асылды

14 декабрҙә Учалының 2-се һанлы мәктәбендә ЮХХДИ-ның профиль синыфы асылды.

Бишенселә уҡыған 24 уҡыусы присяга ҡабул итте.

Уларға кейемде Учалы тегеү фабрикаһы тегеп бирҙе.

Был синыфта уҡыған балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен төплө өйрәнәсәк, строй әҙерлеге һәм атыу курстарын үтәсәк. Башҡа синыфтарҙа, мәктәптәрҙә уҡыған уҡыусыларға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген өйрәтеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.


Әйткәндәй, 2016 йылда 1-се һанлы Башҡорт лицейының 7-се синыфы нигеҙендә беренсе полиция синыфы асылды. 10-сы һанлы мәктәптә иһә күптәнән кадет синыфтары бар. Улар Еңеү парадында, ҡалала һәм районда үткәрелгән тантаналы сараларҙа даими ҡатнаша.

Фото: ВК-нан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uchalila-y-sh-inspektor-ar-sinifi-asildi-54469/
Читайте нас: