Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 13:00

Хәрби дан музейында заманса гид эшләй

Республиканың Хәрби дан музейында "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, мультимедиа-гид эшләй башланы. Ул килеүселәрҙе "Башҡортостандың Хәрби-интернационалистары" экспозицияһы менән таныштыра.

Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, Афғанға беҙҙән туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер ебәрелгән. шуларҙың 342-һе һәләк булған, алтауһы хәбәрһеҙ юғалған. наградалар алыусылар һаны 1200-ҙән ашыу.

Күргәҙмәгә 30 экспонат ҡуйылған. Әйткәндәй, проектты ғәмәлгә ашырыуҙа "Артефакт" цифрлы платформаһы ҡулланылған. Был мультимедиа-гид бик уңайлы һәм ябай.

Фото: "Башинформ".

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/H-rbi-dan-muzeyinda-zamansa-gid-eshl-y-54787/
Читайте нас: