Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2019, 14:43

Телебеҙ һағында тап улар торалар!

Кисә, 24 декабрҙә, Башҡорт опера һәм балет театрының Шаляпин залында яңыраҡ үткән оло сара - Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙам өсөн бер төркөм йәмәғәт, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды,

тип хәбәр итә "Бәйләнештә" селтәрендәге "Ҡоролтай/Курултай" төркөмө.

Туған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ эштәре менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға, уны үҫтереүгә ҙур көс һалған шәхестәрҙе БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, мәғариф министрлығының милли мәғариф үҙәге етәксеһе Булат Зиннуров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова ҡотланы.

“Быйыл башҡорт теле көнөн дәүләт кимәлендә үткәрергә ҡарар итеү – тарихи мәл. Шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде", – тип билдәләне Искәндәр Юлдашев.

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләп уҙҙы: “Башҡорт теле көнөн өс йыл рәттән мәктәптәр кимәлендә үткәреп килдек, ярҙамдары өсөн милли гимназияларға ҙур рәхмәт. 2018 йылда был байрам Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ҙур масштабта Конгресс-холл бинаһында үтһә, быйыл ул тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде. 14 декабрь көнө иртәнге сәғәт алтынан алып төнгө ун икегә хәтле күңелем йырланы. Телебеҙ тантана итте. Был байрамдың бәҫен һүндермәү, телебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора".

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Telebe--a-inda-tap-ular-toralar-52768/
Читайте нас: