Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2019, 14:30

Ауылдарҙа яңы йыл биҙәктәре

Яңы йыл байрамын ололар ҙа, балалар ҙа шатланып, өмөтләнеп көтөп ала. Ул - яҡшы кәйеф, изге теләктәр, һәм, әлбиттә, сағыу, матур биҙәктәр.

Байрам кәйефе кешеләрҙә генә түгел, ҡалалар ҙа һәм ауылдарҙа ла сағылыш таба. Яңы йыл байрамына әҙерлек эштәре Баҡый ауылында ла асыҡ күренә. Ошо ауыл биләмәһе башлығы Фәнүр Вәлишин әйтеүенсә, бында йыш ҡына урамдар араһында бәйге ойошторола. Һәр кем үҙ йортон биҙәргә тырыша. Был йәһәттән ул Мансур Байтимировты маҡтап телгә алды. Уның йорт алды көндөҙ сағыу биҙәктәр күҙҙе ҡамаштырһа, киске сәғәттәрҙә төрлө уттар менән балҡып яна. Бында йәштәр ҙә, балалар ҙа фотоға төшөргә ярата.
Башҡа урамдарҙа ла ҡарҙан эшләнгән байтаҡ ҡына һындар күрергә мөмкин. Тәҙрәләрҙә, ихаталар ҙа гирляндалар йымылдай. Ҡыҫҡаһы, яңы йыл биҙәктәре ауылды йәмләп, һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итә.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: