Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 17:30

Мәскәүгә, Шыршы байрамына...

24 декабрҙә Башҡортостандан 114 бала Мәскәүҙә үтәсәк Кремль шыршыһына юлланды.

Улар араһында – уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, хеҙмәт йәки хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары.
Шыршы байрамы, йола буйынса, Кремль һарайы фойеһында үтә. Бында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм художество оҫтаханалы ойошторола. Балалар шулай уҡ Измайлов Кремленә лә барасаҡ.
Уҡыусылар республикабыҙға 26 декабрҙә әйләнеп ҡайта.
Автор: Лилия Давлетбакова

Читайте нас: