Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 17:05

Илдең төп шыршы байрамында кемдәр ҡатнашасаҡ?

Бөгөн балалар махсус рейс менән Мәскәүгә юллана, 26-да иһә Өфөгә ҡайта.

Башҡортостандан 114 бала Кремль шыршыһына юлланды. Уларҙы 28 кешелек делегация оҙатып йөрөйәсәк (педиатр, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һ.б.)

Илдең төп шыршы байрамына спорт ярыштары, уҡыу алдынғылары, ижади конкурстар, олимпиадалар еңеүселәре саҡырыу алған. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән, хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булыусыларҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары Кремль Һарайындағы тантанала ҡатнашасаҡ.

Рәсәй буйынса барлығы алты мең бала йыйылған шыршы байрамында уйын майҙансыҡтары, техник, художество һәм ижади оҫтаханалар эшләйәсәк. Балалар Измайлов Кремлен дә барып күрәсәк.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ilde-t-p-shirshi-bayraminda-kemd-r-atnashasa-52296/
Читайте нас: