Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 17:30

Халыҡҡа, телгә хеҙмәт итәләр

Күптән түгел Өфөнө генә түгел, Башҡортостанды шаулатҡан Башҡорт теле көнө тирәләй шатлыҡлы һөйләшеүҙәр тынмай. Беренсе булып тарихта дәүләт кимәлендә уҙғарылған был байрамды ойоштороуға күп йәмәғәт, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәре үҙ көсөн һалды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уларға Рәхмәт хаттары тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Сара башында барыһын да Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләне, быйылғы йылдың сағыу ваҡиғаларға бай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды,
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡорт теле байрамын ойоштороуға күп көс һалыуын билдәләне, уның етәксеһе Гөлназ Йосоповаға рәхмәт белдерҙе.
“Залда йыйылған шәхестәребеҙҙең барыһы ла халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары. Артабан да ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйек, халҡыбыҙға хеҙмәт итәйек”, – тип тамамланы ул үҙ сығышын.
Сулпан Асҡарова, Лилиә Хурамшина, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, Гөлгөнә Зәйнетдинова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева кеүек билдәле сәнғәт, мәҙәниәт һәм медиа әһелдәре тәүгеләрҙән булып Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Артабан һүҙ Мәғариф министрлығының милли мәғариф үҙәге етәксеһе Булат Зиннуровҡа бирелде.
"Заманса ҡараш, яңы ысулдар менән телде һаҡларға тейешбеҙ. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, быйыл ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Шуларҙың араһында сит төбәктәрҙә башҡорт теле кластарын асыу иғтибарға лайыҡ. Силәбе өлкәһендә өс меңдән ашыу башҡорт балаһы туған телен өйрәнә, киләсәктә был һандар тағы ла артасаҡ", – тине ул, һәм Руслан Хужин, Марсель Мөхәмәтйәнов кеүек алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе, “Теласҡыс” балалар үҙәген, билдәле шағирә Зөлфиә Ханнанованы бүләкләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев та уҙып барған йылдың әһәмиәтле ваҡиғаларына туҡталды.
"Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ аралашырға насип булды, был саралар Башҡортостан Башлығы грантына уҙғарылған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә үтте. Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең проблемалары менән таныштыҡ, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Быйыл башҡорт теле көнөн дәүләт кимәлендә үткәрергә ҡарар итеү – тарихи мәл. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде", – тине Искәндәр Хисмәтулла улы, һәм Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комиссияһы, Шәүрә Йомағужина, Асия Шахмина, Гөлназ Ишемғолова, Рита Өмөтбаева, Фәрүәз Рафиҡов, Илһам Йәндәүләтов, Тамара Юлдашева, Зөбәйҙә Исламова һәм башҡа йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова үҙ сығышында Башҡорт теле көнөндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Республика берҙәм башҡорт теле дәресе үтеүе хаҡында һөйләне, һәм был сарала ярҙам күрһәткәндәре өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Кәбироваға, билдәле юморист Фидан Ҡолмөхәмәтовҡа рәхмәт белдерҙе.
Рөстәм Ғатауллин, Илдар Кинйәбулатов, Искәндәр Шәкиров, Зөһрә Бураҡаева, Роман Пожидаев һәм башҡаларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Халыҡҡа хеҙмәт итеүен Башҡорт теле көнөн ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүҙәре менән генә түгел, ғөмүмән көндәлек тормоштағы әүҙем, файҙалы эшмәкәрлектәре менән иҫбат иткән шәхестәрҙең дә әйтер һүҙҙәре бар ине.
"Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килде, – тип башланы үҙ сығышын «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, – Башҡорт теле көнөн өс йыл рәттән мәктәптәр кимәлендә үткәреп килдек, ярҙамдары өсөн милли гимназияларға ҙур рәхмәт. 2018 йылда был байрам Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ҙур масштабта Конгресс-холл бинаһында үтһә, быйыл ул тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде. 14 декабрь көнө иртәнге сәғәт алтынан алып төнгө ун икегә хәтле күңелем йырланы. Телебеҙ тантана итте. Был байрамдың бәҫен һүндермәү, телебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора".
Веб-дизайнер, күп кенә башҡортса проекттарға нигеҙ һалыусы, башҡорт клавиатураһы ҡушымтаһын уйлап сығарыусы Илдар Кинйәбулатов башҡорт телен үҫтереүҙә яңы кимәлгә сығыуыбыҙҙы ике йүнәлеш менән билдәләне. “Беренсенән, телде үҫтереүҙә йәштәр әүҙем ҡатнаша, икенсенән, заманса технологияларҙы ҡулланыу киңәйҙе. Иң мөһиме – аңыбыҙ үҙгәрҙе, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа һәр беребеҙҙең ҡатнашлығыбыҙ кәрәк икәнен төшөнә башланыҡ", – тип ихлас шатлығын йәшермәне ул.
Башҡорт теле көнө рәсми рәүештә йыл да декабрҙең ун дүртенә ҡайтып ҡалһа, был мәңгелек ҡиммәтебеҙҙе һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү, уны замана талаптарына ярашлы итеп үҫтереү өсөн көрәш көн дә дауам итә. Беҙ һүҙ алып барған сарала йәмәғәт, сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Рәхмәт хаттары арҡылы киләсәктә лә яңы үрҙәргә, яңы проекттарға, тимәк телде һаҡлау, халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн яңы башланғыстарға илһамланды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Айгөл Йәмилева

Читайте нас: