Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 17:15

«Ете егет» реалити-шоуы еңеүсеһенә ат бүләк иттеләр

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Егеттәр балы» телевизион проектының финалы уҙҙы. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло ат Әбйәлил районынан Салауат Хафизовҡа эләкте.

«Ете егет» проектында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ҡиммәтле приздарға: республика шифаханаларынан, бағыусыларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан бүләктәргә лайыҡ булды.
Реалити-шоу жанрындағы «Ете егет» телепроекты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде. Ете егет үҙҙәрен төрлө кәсептәрҙә һынап ҡараны һәм үҙ-ара ярышты. Телетамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлыһын һайлап алды.
Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, шоуҙың төп маҡсатына өлгәшелгән: хәҙер һәр ҡатнашыусы тимер сүкеүҙең, солоҡсолоҡтоң, ағас һырлауҙың нимә икәнен белә.
«Ете егет» проектының төп бағыусыһы Венер Ирназаров тапшырыу геройҙарының һәр береһе менән шәхсән таныш. Ул йылҡысылыҡ менән мауыға, башҡорт тоҡомло аттарҙы бик яҡшы белә һәм ярата», — тине проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Яңы йыл алдынан «Егеттәр балы»на әүерелгән «Ете егет» реалити-шоуының йомғаҡлау программаһында ҡатнашыусылар хатта полонез бейене. Тапшырыуҙы 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин.
"Башинформ".Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в