Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 13:30

Водитель тормошон ауырлаштырыусы яңы 5 закон

2020 йылда автомобиль хужалары өсөн ҡатмарлы закондар үҙ көсөнә инәсәк.

1.Киләһе йылдан диагностика картаһы булмаған автомобилдә хәрәкәт итеүсегә 2 мең һум штраф ҡаралған. Хоҡуҡ боҙоусыны фотовидеофиксатор ярҙамында асыҡлаясаҡтар һәм штраф ҡарары сығарасаҡтар.

2.Бөгөн ОСАГО полисы диагностика картаһы булған осраҡта ғына бирелә. 2020 йылдың 1 июленән бындай картаны техник тикшереү аша үтеп кенә алырға мөмкин буласаҡ. Компания – оператор автомобилде фотоға төшөшөргә һәм мәғлүмәтте базаға ебәрергә бурыслы.

Әгәр ҙә карта булмаһа, тағы 800 һум штраф өҫтәләсәк.

3.Тағы ла киләһе йылдан номерһыҙ машинала йөрөп булмаясаҡ. Сөнки автодилерҙар транспорт сараһын, ЮХХДИ-ға кәрәкле мәғлүмәтте ебәреп, үҙҙәре теркәй һәм автомобиль номерын әҙерләй аласаҡ. Ҡыҫҡаһы, транспорт һатып алғандан һуң, 10 көн номерһыҙ йөрөргә мөмкин, тигән закон юҡҡа сығасаҡ.

4.2020 йылдан кузов VIN-номеры зарарланған йәки тутыҡҡан булһа, уполномоченный ойошманан махсус маркировка алыу шарт. Уны кузов йәки рамаға беркетеп ҡуйыу мотлаҡ буласаҡ. Был хеҙмәт өсөн, әлбиттә, транспорт хужаһы үҙе түләйәсәк.

5.Рәсәйҙә 2019 йылда еңел машинаға һорау кәмеүенә ҡарамаҫтан, ил Хөкүмәте машина хаҡының утилизация түләмен (сбор) арттырырға, тигән ҡарар сығарҙы. Тимәк, киләһе йылда еңел автомобилдәр, двигатель күләменә ҡарап, 50 – 150 мең һумға ҡыйбатланасаҡ.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Voditel-tormoshon-auirlashtiriusi-ya-i-5-zakon-49813/
Читайте нас: