Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 11:35

Хәйбулла районының Подольск ауылы күсерелә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары был аҙнала Таналыҡ ауылы биләмәһенең сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы законды ҡабул итте. Документҡа ярашлы, быға тиклем Маҡан ауылы хакимиәтенә ҡараған 374 гектарҙан ашыу ер киләсәктә Подольск кешеләренә йорт төҙөү өсөн биреләсәк. Ә күсерелгән ауыл урынында күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлай, был майҙанда ер аҫты ҡаҙылмаларын сығарыу өсөн рудник төҙөләсәк.

Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған Хәлиҙә Аҡҡужина ғүмер буйы Подольск ауылында йәшәй, был йылдарҙы сумаҙан өҫтөндәге тормош тип әйтергә мөмкин. Ялға йыйынғандан түгел. Подольскта үткән быуаттан алып шахта төҙөлә, ауыл күсерелә тигән хәбәр йөрөй. Шуға халыҡ ҙур төҙөлөш башларға, йә ремонтҡа тотонорға тырышмай.
Йәштәрҙең үҙ проблемаһы, эш урындары юҡ. Киләсәге билдәһеҙ ауылда үҙ эшен асырға теләүсе йүнселдәр әҙ, һөҙөмтәлә ерле халыҡҡа аҡса эшләү өсөн ситкә юлланырға тура килә. Ләйсән Егорова ла улын бер үҙе тәрбиәләй, ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй. Әле Подольсктан ҡырҙа эшләүселәрҙең һаны 150-нән артып киткән.
Һөҙөмтәлә йылдан-йыл ауылда буш торған йорттар һаны арта, ҡасандыр ике меңләп кеше йәшәгән, гөрләп торған эшселәр, игенселәр төбәгендә тормош һүнгәндән-һүнә бара.
Әммә киләсәктә был биләмә күләмле төҙөлөш майҙанына әүереләсәк. Подольск ауылы файҙалы ҡаҙылмалар өҫтөндә ултыра, был ерҙәрҙә ҡеүәтле предприятие - ер аҫты ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса рудник төҙөлә. Шахтаны төҙөүгә «Урал тау-металлургия» компанияһы миллардтарса һум инвестиция һала. Ә иң мөһиме рудник сафҡа инеү менән меңдәрсә кеше өсөн эш урыны асыла.
Әле иһә майҙанда эшкәртеүҙе башлар өсөн тау-капиталь объекттары төҙөү бара, белгестәр был ерҙәрҙәге мәғдән, баҡыр, көкрөт, колчедан запастары 4-5 тиҫтә йылға етер тип иҫәпләй. Ә файҙалы ҡаҙылмалар өҫтөндә ултырған Подольск ауылы быға тиклем Маҡан биләмәһенә ҡараған ерҙәргә күсерелә. Әлбиттә, бөгөн генә түгел, шахтаны әҙерләү өсөн ун йылға яҡын ваҡыт талап ителә. Әммә хәйбуллалар бошонмай, иң мөһиме йылдар дауамындағы билдәһеҙлеккә нөктә ҡуйылған, башланғыс һалынған.
Автор: Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас: