Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 23:15

Газ үткәреүгә тәүге сертификаттар тапшырыла башланы

60 мең һумлыҡ таныҡлыҡҡа бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе ике ғаилә эйә булды. Төбәк программаһы күптән түгел эш башлауға ҡарамаҫтан, 900-гә яҡын ғаилә заявка биреп өлгөргән. Уларҙың 200 тирәһе ошо аҙнала алыр тип көтөлә.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе Сәмиғуллиндар йорт туйларға әҙерләнә. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә әле аш-һыу бүлмәһен йыһазландырыу менән мәшғүл. Тиҙҙән торлаҡ зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыласаҡ.
Яңы йортҡа күскәнгә тиклем Сәмиғуллиндар иҫкеһендә көн итә. Ул ғаилә башлығының ата-әсәһенән ҡалған. Тәбиғи газ менән йылытыла. Крандан эҫе һәм һыуыҡ һыуы ла аға. Шуға ла мәшәҡәт тыуҙырыусы сәбәп юҡ.
Яңы йортто газға тоташтырыу өсөн бар документтар ҙа теүәлләнгән, ҡағиҙәләргә ярашлы, бүлмәләр ҙә йыһазландырылған. Өҫтәүенә, республика программаһында ҡатнашып ишле ғаилә булараҡ сертификат алыуға ла өлгәшкән.
Өфөнөң Дим биҫтәһенән бөгөн ике ғаилә сертификатлы булды. Сәмиғуллиндар кеүек үк, Садиҡовтар ҙа өс бала ата-әсәһе. Йыл башында йортло булған ғаилә республика программаһында ҡатнашырға ниәт итә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Документ таппшырыуға аҙна-ун көн үтеүгә улар сертификатлы ла була.
Ике ғаиләнең дә сертификат хаҡы 60 мең һумды тәшкил итә. Шулай уҡ, республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәүселәргә 100 мең һум бирелгәне лә бар. Бының өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләгән категорияға ҡарау мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның урындағы бүлексәләре, йә күп фукнциялы үҙәк белгестәренән белешергә мөмкин.
Октябрҙә ҡабул ителгән яңы законға ярашлы республика йәшәүсе 900-гә яҡын ғаилә газ үткәреү өсөн сертификатҡа ғариза яҙған. Уларҙың 200-ләбе ошо аҙнала аласаҡ. Республика программаһы, ғөмүмән, дүрт йылға иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә йыл да бюджеттан 200 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас в