Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 13:00

13-сө пенсия, 13-сө хеҙмәт хаҡы, 13-сө стипендия булырмы?

Быға ышаныу ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа хыялланып алайыҡ. Ошондай фекерҙе “Ғәҙел Рәсәй” ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Миронов тәҡдим итә.

Ни өсөн тигәндә, Иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл бюджет сығымдары бер триллион һум суммаһына үтәлмәгән.
"Бәлки, беҙгә ғәҙеллек буйынса һәм ҙур социаль айырмалыҡты, тиҫтәләгән миллион граждандарҙың хәйерселеген иҫәпкә алып, ошо триллиондан кешеләргә 13-сө эш хаҡы, 13-сө пенсия,13-сө стипендияны бүлеп бирергәлер?” - тип тәҡдим итте Миронов.
Парламентарий Хөкүмәттең хаҡҡа өҫтәмә һалымды 20 процентҡа күтәреп, бюджетты 600 миллиард һумға арттырыу кәрәк тип аңлатыуын иҫкә төшөрҙө.
“600 миллиардты өҫтәнеләр, ә бер триллионды тотонманылар. Был аҡса ысынында кәрәк булдымы икән, әллә кешеләрҙең кеҫәһенә инеү өсөн уйландымы? - ти депутат. – Әгәр бюджет средстволарын дөрөҫ һанай, дөрөҫ файҙалана белмәйбеҙ икән, әйҙәгеҙ, уны граждандарға бирәйек, кешеләр дәүләттең хәстәрлеген тойһон”.
Фото: zen.yandex..ru
Читайте нас: