Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2019, 11:45

Мин Яңы йылды айыҡ ҡаршылайым!

"Мин Яңы йылды айыҡ ҡаршылайым!" тип аталған яңы флешмоб старт алды.

Был сарала сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала.

Бының өсөн сәхифәлә флешмобтың хэштегы менән фотоны, йәки аватаркаға шундай яҙыу ҡуйырға кәрәк.

Иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдан да фотолар ҡуйырға мөмкин. Иң мөһиме, әлбиттә, Яңы йылды айыҡ ҡаршылау!

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Min-Ya-i-yildi-ayi--arshilayim-46495/
Читайте нас: