Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 20:10

Район гәзите редакцияһында үҙенсәлекле ҡунаҡтар

Бөгөн, 20 декабрҙә, “Стәрлебаш шишмәләре” район гәзите редакцияһына үҙенсәлекле ҡунаҡтар - БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге белгестәре В.К.Гаврилов һәм Е.К.Дьяконова килде.

В.К.Гаврилов янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалды нисек урынлаштырырға кәрәклеген аңлатты һәм ҡышҡы осорҙа электр системаһына көсөргәнеш төшөүе, йылытҡыстар ҡулланыу арҡаһында ут сығыуы, мейестәрҙең дөрөҫ сығарылмауы, иҫке электр үткәргестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү сәбәпле, янғын сығыу һәм уны иҫкәртеү зарурлығы тураһында һөйләне.
Йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин. Ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур. Хаҡы ла ҡулай: 250 һум. Уны Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында махсус магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә ул бушлай бирелә. Шулай уҡ, 2019 йылдың II кварталында янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйға бирелә торған бүләк менән ҡуша бирелә. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманы ҡайҙа ҡуйырға мөмкин? Уға урынды нисек дөрөҫ һайларға? Иң тәү сиратта уны йоҡо бүлмәһенә яҡын булған коридорҙы һайларға тырышығыҙ. Ҡайҙа ҡуйырға ярамай? Аш-һыу бүлмәһендә. Унда таба ҡыҙҙырғанда, һыу боҫрап ҡайнағанда ҡоролма эшләп китеүе ихтимал.
Ут сыҡҡан осраҡта «112» һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Шылтыратыу бушлай.
Янғындарҙы булдырмау өсөн күмәкләп тырышырға кәрәк. Йортоғоҙҙоң һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡайтып ҡалыуын онотмағыҙ.
Әлфиә ҒӘЗИЗОВА фотоһы.
Читайте нас: