Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 14:25

Ҡорбан байрамында ҡорбанды онлайн режимда саласаҡтар

Республикала 2020 йылда мосолмандар өсөн яңы хеҙмәт төрө күрһәтелә башлаясаҡ.

Быйыл ҡорбан салыуҙы тура эфирҙа башҡарасаҡтар. Бының өсөн һарыҡ хаҡын һәм бөтә тәртибен күҙәтеп малды һуйған өсөн аҡсаны карта аша күсереү генә шарт. Был махсус процедураны ҡорбан килтереүсе видео аша күҙәтәсәк.

Был хаҡта БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин хәбәр итә. Онлайн - йола башҡарыу Төркиәлә ныҡ популяр, был хеҙмәтте Башҡортостанда ла һынап ҡараясаҡтар.

Киләһе йыл Ҡорбан байрамы 30 июлдә билдәләнәсәк.

Бөгөн республикала 160 мал һуйыу пункты эшләй. Уларҙың 20-һе быйыл төҙөлгән.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/orban-bayraminda-orbandi-onlayn-regimda-salasa-tar-47600/
Читайте нас: