Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 14:40

Бер тәүлек эсендә 400 "самопал" һатыусыны ошаҡлағандар

Ялған араҡы, спирт һәм самогон һатыусыларға көн бөттө хәҙер.

18 декабрь Радий Хәбиров легаль булмаған спиртлы продукция менән сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр итеүселәргә 2 мең аҡса вәғәҙәләне. Ә етештереүсене асыҡларға ярҙам итһәң - һине 50 мең һум премия көтә.

БР Сауҙа дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, бер тәүлек эсендә 400-гә яҡын кеше төрлө ресурс аша был хаҡта мөрәжәғәт иткән. Барлығы 140 шылтыратыу, 16 хәбәр "Инцидент" системаһы, 220 - "Хәүефһеҙ мөхит" порталы аша ҡабул ителгән.

Хәбәр итеүҙәр Эске эштәр министрлығына тапшырыласаҡ. Артабан урындарҙа административ һәм енәйәти хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә. Был хаҡта мәғлүмәт "Берҙәм Рәсәй"гә еткерелә.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ber-k-n-esend-400-samopal--atiusi-osha-la-andar-46936/
Читайте нас: