+28 °С
Облачно


Әлегә тиклем улар ике категория ғаиләгә бушлай бирелә ине: күп балалы һәм социаль хәүефле хәлдә булған балалы ғаиләләргә. Ағымдағы йылдың 3-сө кварталынан ул яңы тыуған сабыйҙарға бүләк тупланмаһы менән бергә тапшырыла. 11 меңдән ашыу кеше янғын иҫкәрткесте алған да инде.
Бөгөнгө көндә бюджет иҫәбенә республикала 120 меңдән ашыу янғын иҫкәрткес ҡуйылған. Уларҙың эшләүе һөҙөмтәһендә янғында 336 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, шуларҙың 131-е — балалар.
Фото:Яндекс.