+8 °С
Болотло
Ульяновск өлкәһенән 42 йәшлек водитель ялған алкоголле эсемлекте көнбағыш майы документтары менән ташыған. Уның "Фрейтлайнер" йөк машинаһында 3,3 миллион һумлыҡ 25 мең литр контрафакт табылған.
Иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Ул үҙенең ғәйебен һәм енәйәти төркөм ағзаһы булыуын таныған. Суд ғәйепләнеүсегә 400 мең һум күләмендә штраф һалғас, прокуратура хөкөм ҡарары менән килешмәй һәм апелляция тәртибендә ялыу итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров бутлегер һәм "кәпәс"тәр тураһында хәбәр итеүселәргә хатта премия вәғәҙәләне.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.