Мәҫәлән, бөгөн Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү тураһында закон проекты тикшерелә. Шулай уҡ киләһе йылға бюджет ҡарала. Депутаттар Миңлеғәли Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендарының статусын раҫлай. Шайморатов ордены кеше ҡотҡарыуҙа, хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелә. Аксаков ордены дәүләт, йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.