Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2019, 17:10

«Тиҙ ярҙам»ға эшкә кил – фатир алыуға аҡса бирелә

Өфө табиптарына 1 ғинуарҙан фатир һатып алыу өсөн аҡсалата компенсация биреләсәк.

Был түләүҙәргә киләһе йылдан «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә тулы көнгә эшкә ингән табиптар һәм фельдшерҙар, шулай уҡ махсус медицина ярҙамы күрһәтеүселәр дәғүә итә ала. Улар 2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабргә тиклем дәүләт ҡарамағындағы дауаханалар менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән булырға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәре «Тиҙ ярҙам»да кәмендә биш йыл эшләргә бурыслы. Табиптарға 500 мең түләнә. Улар 100 мең һумды хеҙмәт килешеүе төҙөгәндән 36 ай , 150 меңде 48 ай, 250 меңде 60 ай ваҡыт үткәс алырға мөмкин.

Фельдшерҙарға 350 мең аҡсаның тәүҙә 100 меңе, 48-се айҙа тағы 100 меңе, 60-сы айҙа 150 меңе биреләсәк.

Медицина хеҙмәткәре эштән киткәндә компенсация алыу килешеүе өҙөлә.

Т. Аманов фотоһы.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ti-yar-am-a-eshk-kil--fatir-aliu-a-a-sa-birel-44724/
Читайте нас: