Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2019, 16:45

Башҡортостанда Миңлеғәли Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары тапшырыла

Республикала “Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында ҡабул ителгән ҡанун көсөнә инде. Иртәгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ике ордендың да статусы раҫлана, тип белдерҙе парламент спикеры Константин Толкачев.

Шайморатов ордены кеше ҡотҡарыуҙа, хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелә. Аксаков ордены дәүләт, йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла, ти депутат Зәки Әлибаев.
Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатвотың тыуыуына 120 йыл тулды. Григорий Аксаков Өфөнөң беренсе губернаторы. Ул алдынғы ҡарашлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ тарихҡа инеп ҡалған.
Яңы закон буйынса республикала атҡаҙанған ҡотҡарыусы, атҡаҙанған эшҡыуар һәм атҡаҙанған IT индустрия хеҙмәткәре тигән яңы маҡтаулы исемдәр булдырылды.
Әлфиә Хәмитова.
Читайте нас: